Бөйөк Еңеүгә 65 йыл!
Һугыш тигән бер ҡайғы
Килде беҙҙең баштарға.
Ғаиләләрен , балаларын
Тура килә ташларға.
Атай- олатайҙарыбыҙҙың
Күбеһе ҡалды йоҡларға.
Гәүҙәләре ясин күрмәй.
Ҡалды сит-ят ҡырҙарҙа.
Дүрт-биш йыл-озон ғүмер
Көстәрҙе һынашырға.
Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа булышҡан
Дошманды ҡыйнашырға.
Улар батырлығы менән
Килде Еңеү – ҙур шатлыҡ.
Ватанды һаҡлап ҡалдылар
Был үҙе бит ҙур бәхет.
Иҫтә тотайыҡ беҙ һуғышта
Еңгән батырҙарҙы.
Улар яҡланылар беҙҙе,
Меңләгән ҡалаларҙы.
Тик батырҙар бик аҙ ҡалды,
Бармаҡ менән һанарлыҡ.
Ә уларҙың батырлығы
Мәңге иҫтә ҡалырлыҡ.
Һәйкәлдәргә сәсәк һалайыҡ.
Шәһит киткән йәндәргә .
Сөнки ғүмер-ғүмергә
Рәхмәтлебеҙ уларға.
Суфиярова Гөлназ,9-сы класс уҡыусыһы